“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Борай районының Ҡушманаҡ ауылында оҙаҡламай яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Маҡсаты билдәле – халыҡтың ихтыяжын иҫәпкә алып, медицина ярҙамын йәшәгән урынға яҡынайтыу. Бина стандарттарға ярашлы йыһазландырылған,кисектергеһеҙ, планлы һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә тейешле шарттар булдырылған. Коммуникациялар үткәрелгән, һалҡын һәм ҡайнар һыу, электр менән тәьмин итеү системалары бар. Әлеге көндә медицина эшмәкәрлеген алып барыуға лицензия алыу буйынса эш бара. Заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктына хеҙмәт стажы 32 йыл тәшкил иткән абруйлы акушер Ғәлиә Ғәлиева етәкселек итә. Ул был ауылда 12 йыл инде яҡташтарының һаулыҡ һағында тора. –Фельдшер-акушерлыҡ пунктында 320 кеше теркәлгән. Әлегә иҫке бинала медицина ярҙамы алалар. Тиҙҙән беҙҙең урамда ла байрам буласаҡ, көтөргә күп ҡалманы, - ти Ғәлиә Ғәлиева. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына