Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тау шыуғың киләме, рәхим ит!

Бөрйән районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Илфат Ғәлин белдереүенсә, 2021 йылда Бөрйән районынан Элина Кинйәбаева үҙ эшен асырға ҡарар итә. Ярҙам һорап хакимиәткә мөрәжәғәт итә. Яңы эш башлаусыға ярҙам дәүләт итеү программаһы буйынса документтар тапшырып, үҙ эшен асыуға субсидия ала. Ер участкаһын рәсмиләштереп, төҙөлөш материалдары һатып ала һәм Ағиҙел буйында турист базаһы төҙөй башлай. 2022 йылда районда үткән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә Элина Кинйәбаева туристик базаны киңәйтеү, төҙөкләндереү проекты менән таныштыра. Беҙ был идеяны хупланыҡ, һәм эшҡыуар туристик йорт, глэмпинг төҙөү өсөн материалдар һатып алыуға субсидия алды. Бөгөн Элина Кинйәбаева йылға буйлап ағыу турын ойоштороу менән шөғөлләнә, туристарға ҡунаҡхана йорто, глэмпинг һәм башҡа күңел асыу ҡорамалдары тәҡдим итә. Ҡышҡыһын даими рәүештә тюбинг трассаһы эшләй. Шулай уҡ мунса һәм чан бар. Ҡышҡы көндә сихри Бөрйән тәбиғәте менән һоҡланғығыҙ килһә, бөгөндән үк тау шыуырға килегеҙ, шулай уҡ рәхәтләнеп мунса инергә һәм тыштағы чанда ҡышҡы кинәнес алыу мөмкинлеге лә бар. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.