Иглин районы хакимиәтендә төбәк башҡарма власть органдары һәм район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашлығында сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәте үтте. Бизнес менән бындай аралашыу форматы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә. Үҙ проектын тикшереүгә шәхси эшҡыуар О.Н. Седелков вәкиле Евгений Седелков тәҡдим итте. Эшҡыуар сыр ҡайнатыу менән шөғөлләнә, ҡул менән шоколад эшләй. Ул кәзәләрҙе үрсетеү, уларҙы ҡарау өсөн биналар төҙөү, шулай уҡ туристар өсөн глэмпинг ҡороу өсөн Кальтовка ауылы янында ер участкаһы биреүҙәрен һораны. Эшҡыуарҙы хупланылар, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын субсидиялау мәсьәләһе буйынса консультация бирҙеләр һәм проектты эшләп бөтөп, аныҡ концепция тәҡдим итергә кәңәш бирҙеләр. Мәсет төҙөү һәм Иглин ауылының Звездный биҫтәһендә ер участкаһы бүлеү мәсьәләһе менән Илдар Сәрүәриев, Заҡуан Әхмәҙиев мөрәжәғәт итте. Райондың баш архитекторына төҙөлөшкә ер бүлеү өсөн участка бүлеүҙе ҡарарға ҡушы