Найти в Дзене

Төбәктә эшләү һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттар бар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәһендә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумының әһәмиәте һәм республика Башҡортостан көндәре сиктәрендә үҙ экспозицияларында күрһәткән төп ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне. – Бөгөн төбәктәр араһында конкурентлыҡ барлыҡҡа килде. Беҙ, етәксе булараҡ, идара итеү командаларыбыҙ даими рәүештә ресурстар, инвестициялар, ниндәйҙер өҫтөнлөклө проекттар өсөн көрәшә. Ә был беҙҙең төбәкте үҫтергән осраҡта – уның тураһында һөйләгәндә, мөмкинлектәрҙе күрһәткәндә, ә иң мөһиме – төрлө өлкәләрҙе үҫтереү өсөн өҫтөнлөктәр менән таныштырғанда ғына мөмкин. Былар барыһы ла ошондай форумдар һәм презентациялар сиктәрендә эшләнә, шуға күрә беҙ быға етди иғтибар бирәбеҙ. Был, әлбиттә, билдәле сығымдар талап итә, тик шулай ҙа улар үҙен аҡлай. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда инвестициялар күләме 40 процентҡа артыуын тәьмин иттек. Был – Рәсәй Федерацияһында иң шәп күрһәткестәрҙең береһе. Инвестицияларға килгәндә, был өлкәлә преференциялар булдырып, субсидиялар биреү тураһ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәһендә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумының әһәмиәте һәм республика Башҡортостан көндәре сиктәрендә үҙ экспозицияларында күрһәткән төп ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне. – Бөгөн төбәктәр араһында конкурентлыҡ барлыҡҡа килде. Беҙ, етәксе булараҡ, идара итеү командаларыбыҙ даими рәүештә ресурстар, инвестициялар, ниндәйҙер өҫтөнлөклө проекттар өсөн көрәшә. Ә был беҙҙең төбәкте үҫтергән осраҡта – уның тураһында һөйләгәндә, мөмкинлектәрҙе күрһәткәндә, ә иң мөһиме – төрлө өлкәләрҙе үҫтереү өсөн өҫтөнлөктәр менән таныштырғанда ғына мөмкин. Былар барыһы ла ошондай форумдар һәм презентациялар сиктәрендә эшләнә, шуға күрә беҙ быға етди иғтибар бирәбеҙ. Был, әлбиттә, билдәле сығымдар талап итә, тик шулай ҙа улар үҙен аҡлай. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда инвестициялар күләме 40 процентҡа артыуын тәьмин иттек. Был – Рәсәй Федерацияһында иң шәп күрһәткестәрҙең береһе. Инвестицияларға килгәндә, был өлкәлә преференциялар булдырып, субсидиялар биреү тураһында ғына һүҙ бармай, уның нескәлектәре күп. Республика илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүселәренә ни өсөн ҡыҙыҡлы булыуы, Башҡортостандың артабанғы үҫеш потенциалы тураһындағы һорауға республика Башлығы былай тиеп яуап бирҙе: – Һуңғы бер нисә йылда беҙҙә миграция ыңғай йүнәлеш алды, йәғни кешеләр китеүгә ҡарағанда, беҙгә күберәк килә башланы. Был төбәктә эш һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттар бар тигәнде аңлата. Шуға күрә, тәү сиратта, яҡшы иҡтисад, йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк. Һуңғы йылдарҙа төбәктәр ошо йүнәлештә әүҙем эш алып бара. Тап шуның өсөн дә беҙгә халыҡ күп килә лә инде. Минең уйлауымса, Башҡортостан - бөтә миләттәр һәм конфессиялар өсөн уңайлы төбәк, сөнки беҙҙә күп милләтле һәм конфессия-ара дуҫлыҡ бар. Шулай уҡ Радий Хәбиров “Рәсәй” күргәҙмәһенән тәьҫораттары менән бүлеште. – Мин хайран ҡалдым. Төбәк идара итеү командаһы ағзаһы булараҡ, мин дә экспозициялар әҙерләүҙә ҡатнаштым. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ошондай күргәҙмәне ойоштороу – маҡтауға лайыҡ. Күргәҙмәгә бөтә төбәктәр ҙә яҡшы әҙерләнгән. Шулай уҡ беҙ тормош иптәшем менән күргәҙмәгә балаларыбыҙҙы ла алып килергә ҡарар иттек. Бында ололарға ла, кескәйҙәргә лә бик ҡыҙыҡлы буласаҡ. “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһы буйынса ике меңгә яҡын ветераныбыҙҙы тап ошонда йүнәлтәсәкбеҙ. “Мәктәп туризмы” программаһы буйынса 50 уҡыусы ВДНХ-ла булды ла инде. Күргәҙмә тамамланғанға тиклем улар бында тағы киләсәктәр, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru