Найти в Дзене

Башҡортостан Бөтә Рәсәй акцияһында иң яҡшы бишәү рәтендә

«Рәсәй йылғаһы» һыу объекттарының ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса Бөтә Рәсәй ирекмәндәр акцияһының юбилей миҙгеленә йомғаҡ яһалды. Һөҙөмтәләрҙе Мәскәүҙәге ВДНХ комплексында барған «Рәсәй» халыҡ-ара форум-күргәҙмәһендә иғлан иттеләр. Башҡортостан Республикаһы «Рәсәй һыуы» Бөтә Рәсәй акцияһы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы биш төбәк иҫәбенә инде. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, быйылғы йыл «Рәсәй йылғаһы» акцияһы өсөн - үҙенсәлекле, юбилейлы. Бына 10 йыл инде илдең битараф булмаған кешеләре һыу ятҡылыҡтары ярҙарын таҙараҡ итеү маҡсаты менән өмәгә сыға. Башҡортостан бер нисә йыл инде «Экология» милли проектының «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған «Рәсәй йылғаһы» һыу объекттары ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнаша. Акция саралары республика биләмәһендә йыл һайын апрелдән октябргә тиклем уҙғарыла. Республика экологик акцияла 2015 йылдан алып ҡатнаша. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22434/