Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Күп функциялы үҙәктәр эшмәкәрлеге буйынса алдынғыбыҙ

РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы 2023 йылдың өсөнсө кварталы өсөн «Минең документтарым» күп функциялы үҙәктәр эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелек рейтингын тәҡдим итте. Был күрһәткестәрҙе 2023 йылдың 1 декабрендә Өфөлә үткән Рәсәй төбәктәренең иҡтисади үҫеш министрҙары менән координация кәңәшмәһе сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Алексей Херсонцев иғлан итте. «Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы алдында «Минең документтарым» офистарында бөтә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеүҙе тәьмин итеү бурысы тора. Бынан тыш, үҙәктәрҙең төрлө тормош хәлен хәл итеү өсөн кәрәкле бөтә хеҙмәттәрҙең һәм сервистарҙың берҙәм интеграторы булыу өсөн кәрәкле ресурстары бар», - тип билдәләне Алексей Херсонцев. Һәр квартал рейтингка йомғаҡ яһала, улар градацияларға бүленә: түбән, уртаса һәм юғары һөҙөмтәлелек кимәле. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22437/