Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугир ғаиләһенә "Башҡортостан" гәзитен яҙҙырҙылар!

Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәтендә Матбуғатҡа яҙылыу көнө үтте. Унда "Изгелек подпискаһы" акцияһы сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир ғаиләһенә "Башҡортостан" гәзитен яҙҙырҙылар. Был хаҡта "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының ваҡытлы матбуғат таратыу бүлеге етәксеһе урынбаҫары Клара Рәсил ҡыҙы Әхиәрова хәбәр итте. Әйткәндәй, бөгөндән 2024 йылға ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы яҙылыу декаднигы башланды. Ошо мөмкинлектән файҙаланып, "Башҡортостан" гәзитенә осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ, дуҫтар! Яңы йылға атай-әсәйегеҙгә, туғандарығыҙға ла бына тигән бүләк буласаҡ был подписка. Фото: К. Әхиәрова.