Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иң яҡшы аппаратчикты асыҡланылар

Стәрлетамаҡ химия-технология колледжында «Башҡортостан оҫталары» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтте. Иң яҡшылары исеменә Башҡортостандың химия сәнәғәте предприятиеларынан 14 белгес дәғүә итте. Улар «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте, «Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы» акционерҙар йәмғиәте, «Синтез-Каучук» акционерҙар йәмғиәте, «Мәләүез минераль ашламалары» акционерҙар йәмғиәте, «Нефтехим тәжрибә заводы» акционерҙар йәмғиәтенән һ.б. ине. Ярыш йомғаҡтары буйынса республика конкурсында беренсе урынды «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте операторы Владимир Макаров яуланы. Икенсе урын - «Нефтехим тәжрибә заводы» акционерҙар йәмғиәте аппаратсыһы Ринат Халиҡовта. Өсөнсө урынға «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте аппаратсыһы Марсель Фәтҡуллин лайыҡ булды. Дүртенсе урында - «Нефтехим тәжрибә заводы» акционерҙар йәмғиәтенең тәжрибә производствоһы ҡулайламалары аппаратсыһы Александр Семенов һәм бишенсе урынды «Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы» акционерҙар йәмғиәте аппаратсыһы Сергей Федоров яуланы. Бөтә еңеүселәр иҫтәлеккә статуэткалар һәм сертификаттар алды. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22441/