Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Данис китте, мин дә барам!”

Ауырғазы районының Ишле ауылында йәшәгән бер туғандар Данис һәм Вилданды ауылдаштары бәләкәйҙән яҡшы белә. Ҡыйыуҙар, уңғандар... Бөгөн алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙе түҙемһеҙлек менән өйҙә иң яҡын кешеләре – әсәләре, өләсәләре, һеңлеләре, Данистың хәләл ефете, ике улы көтә, тип хәбәр итә “Аургазинский вестник”. Анастасияның әйтеүенсә, тормош иптәше быйыл март айында үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына киткән. ”Бәләкәй улыбыҙға ни бары өс ай ғына ине. ”Мин балаларҙы яҡларға китәм, был – минең бурысым”, – тигәс, ҡаршы төшөүҙең файҙаһы юҡлығын аңланым,” – ти Анастасия. Бер туғандарҙың береһе, “Стич” позывнойлы 28 йәшлек егет алғы һыҙыҡта водитель булып хеҙмәт итә. Ошо осорҙа ул ҡыйыулығын күрһәтергә өлгөрә, “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана. Ҡустыһы, “Абзал” позывнойлы яугир, бала саҡтан хәрби булырға хыяллана. Кадет мәктәбенә уҡырға инергә теләй. Ул быға тиклем Камчаткала контрактсы булып хеҙмәт иткән. Тыуған яҡҡа ҡайтҡас, яңынан контракт төҙөй һәм ағаһы артынан алғы һыҙыҡҡа йүнәлә. Мотоуҡсылар батальонында хеҙмәт итә. Аяғы яраланғас, госпиталдә дауалана, аҙаҡ йәнә хеҙмәттәштәре янына ашыға... Өләсәләре ейәндәре тураһында тыныс ҡына һөйләй алмай. “Улым, исмаһам, һин эргәбеҙҙә бул, китмә, тип өгөтләп ҡараным. Ә ул: ”Ҡайғырма, өләсәй, барыһы ла яҡшы булыр! Данис китте, мин дә барам!”– тине. Ейәндәремде бик һағындым”, – ти өләсәй. Махсус хәрби зонаһында туғандарҙың яңы “дуҫ”тары ла табылған. ”Абзал” үлемдән ҡотҡарған бесәй балаһын иғтибар менән солғаған. Ә “Стич” тәпәйҙәре яраланған бесәйҙе һаҡларға тырыша. Бына шундай нескә күңелле, батыр йөрәкле, ҡыйыу егеттәр беҙҙең яҡташтарыбыҙ! Беҙ уларға һаулыҡ, именлек теләйбеҙ! Еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: https://vk.com/aur_vesti