Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уйнап тора, бейеп тора был малай!

Йәш гармунсы Шамил Вәлиевтең гармунды уйынсыҡ кеүек итеп тартыуын ҡарайым да, бирһә Хоҙай бирә икән һәләтте, тип уйлайым. Уға әле 10 йәш кенә, әммә үҙенең гармунда оҫта уйнауы менән күптәрҙе хайран итә. Былтыр Яңауыл районында Фәтих Иҡсанов исемендәге "Моңға бай гармун байрамы" республика конкурсында Гран-при яулап, төп бүләк — Тула гармунын алған. 2021 йылдың көҙөндә Рязань ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй гармунсылар конкурсында ла I урынға лайыҡ булған. Шамил — Стәрлетамаҡтан, 5-се мәктәптә уҡый. Гармун буйынса етәксеһе — Радик Ғәлимйәнов. Йәш гармунсы хаҡында "Хәлит һәм Айнур Фәтиховтарға алмаш үҫә" тиҙәр. Ысынлап та, Шамилдың йондоҙло киләсәге алда, уңыштар һәм яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ. Фото: скриншот. Видеояҙма сығанағы: https://vk.com/video-212341800_456239502?list=3c294603a4530236f6