Премьер-министр Андрей Назаров туберкулездың донъя кимәлендәге сир булыуы һәм донъяла йоғошло ауырыуҙар араһында коронавирустан ҡала икенсе урын биләүе тураһында һөйләне. Йыл һайын был сирҙән 10 миллиондан ашыу кеше вафат була. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә һуңғы ике йылда был сир менән сирләү күрһәткестәре буйынса тарихи минимум теркәлгән. - 2000 йыл менән сағыштырғанда, Башҡортостанда был сир менән сирләү – ике, үлем осраҡтары дүрт тапҡырға кәмегән. Йыл башынан туберкулез буйынса эпидемиологик хәлдең яҡшырыуы күҙәтелә. Республикала сирләү быйыл туғыҙ айҙа, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 13,4 процентҡа, балалар араһында 8,3 процентҡа кәмегән. Был – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һәм туберкулезға ҡаршы хеҙмәт белгестәренең системалы эше, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров. Ейәнсура, Федоровка, Мәсетле райондарында күберәк сирләү осраҡтары теркәлгән. Бүздәк, Архангел һәм Йылайыр райондарында аҙыраҡ. Ағиҙел ҡалаһында бер генә лә туберкулез осрағы теркә