Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортса аудиоәкиәттәр тыңларға була

Әлеге елдәй етеҙ, ваҡыт һыу кеүек аҡҡан заманда күп әҙәм балаһының ҡулына китап тотоп уҡып ултырырлыҡ форсаты юҡ. Ата-әсәһе мәңге тип әйтерлек эштә юғалған балаларға инде йоҡо алдынан әкиәт һөйләү тигән нәмә лә байтаҡ кешегә ят. Ә үҫеп килгән быуынды әҙәби әҫәрҙәр, унан бигерәк, халҡыбыҙ ижады өлгөләре менән таныштырырға кәрәк, был уғата мөһим. Республикабыҙҙың “Китап” нәшриәте бик тә кәрәкле проект өҫтөндә эшләп, уны ҡулланыусыларға тәҡдим итте. Атап әйткәндә, башҡорт халыҡ әкиәттәрен аудиоформатта эшләне. Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында яңы проект менән таныштырыу сараһы уҙҙы. Был эштә Мәскәүҙең “Русская музыкальная индустрия” компанияһы техник ярҙам күрһәткән. Сарала уның генераль директоры Иван Генов та ҡатнашты. “Моң сере”, “Йомғаҡ”, “Әбйәлил” әкиәттәрен, шулай итеп, хәҙер уңайлы ваҡытта – эш араһындамы, юлдамы, тыңларға мөмкин. Яҙмалар ике телдә лә – башҡортса һәм русса. Уларҙы билдәле шәхестәр уҡып яҙҙырған. Мәҫәлән, “Моң сере”нең русса вариантын илебеҙҙә билдәле “Агата Кристи” төркөмө солисы Вадим Самойлов уҡыған, башҡортсаһын – Зәйнетдин. В. Самойлин сарала ҡатнашыусыларға видеосәләм яҙҙырып ебәргәйне, унда артист проектта ҡатнашыу үҙе өсөн ҡыҙыҡлы ижади эшкә әйләнгәнен һөйләне. Аудиоәкиәттәргә үҙ тауышын “бүләк итеүселәр” тағы ла – билдәле диктор Флүрә Мурзина, ҡурайсы, йырсы Рәсүл Ҡарабулатов, йәш рәсәйҙәр яратып тыңлаған “Пицца” төркөмө солисы Сергей Приказчиков. Оҙаҡламай аудиоәкиәттәрҙе “Китап”тың рәсми сайтында һәм Яндекс.Музыка сервисында тыңларға мөмкин буласаҡ, тине нәшриәт директоры Эльмира Хәйретдинова. Презентацияға кескәйҙәр ҙә килгәйне. Улар әкиәттәрҙән өҙөктәрҙе ҡыҙыҡһынып тыңланы, аҙаҡ ҡыҫҡа викторинала ҡатнашып, "Китап" нәшриәтенең бүләктәрен алып ҡыуанды. Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА. Хәниф Сөнәғәтуллин фотолары.