Киң билдәле тарих һәм археология ғалиме Нияз Мәжитовтың иҫтәлегенә арналған “Мәжитов уҡыуҙары” тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн, ошо сараның дауамы булараҡ, ғалимдарҙың “түңәрәк өҫтәле” үткәрелде. “Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Нияз Мәжитовтың ғаилә династияһы һәм ғилми мәктәбе” – йыл һайын үткәрелеп килгән “Мәжитов уҡыуҙары”ның быйылғы темаһы шулай аталды. Конференция эшендә Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Камил Рамаҙанов, ошо академияның баш ғилми секретары Руслан Әблиев, “Хәтерҙең тере мираҫы” проекты авторы һәм кураторы Мәскәү ғалиме Дарья Романова, БР Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты Социаль-мәҙәни үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов, филология фәндәре докторы, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ғиниәтулла Ҡунафин, философия фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин, Башҡортостандың милли музейы директоры вазифаһын башҡарыусы Рида Русланова сығыш яһанылар. Шулай уҡ йыйылғандарға видеоэлемтә аша сәйәсәт фәндәре докторы Мансур Әйүпов мөрәжәғәт и