Бөгөн, 21 ноябрҙә, “Өфө-Арена” спорт комплексы алдындағы майҙансыҡтан тантаналы рәүештә махсус хәрби операция биләмәһенә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан мобилизацияланған һалдаттарҙы кире оҙаттылар. Улар республиканың төрлө райондарынан йыйылған ине, яугирҙәрҙе туғандары һәм дуҫтары оҙатты. “Ҡабан” позывнойлы хәрби баш ҡаланың Дим биҫтәһендә йәшәй. Уны ҡатыны Айһылыу менән ҡыҙы Самира оҙатып ҡалды. – Көр күңел менән китәм. Былтыр сентябрҙә мобилизацияға эләккәйнем. Быға тиклем армияла ғына хеҙмәт иттем. Тик әле шундай тойғо, әйтерһең, ғүмер буйы хәрби булғанмын. МХО-ла радист булып хеҙмәт итәм. Ә кем Тыуған иленә хеҙмәт итергә ҡарар иткән, шуны әйтәм: уҡығанда иғтибарлы булығыҙ, остаздарҙы тыңлағыҙ, МХО биләмәһендә приказдарҙы үтәгеҙ һәм рухи күтәренкелек һаҡлағыҙ, – ти ул. Ҡырмыҫҡалы районынын 36 йәшлек Артем Чечнялағы һуғыш кампанияһында булған. – Минең өсөн мобилизация сюрприз булманы. Тыныс ҡына военкоматҡа барҙым, гражданлыҡ бурысы икәнен аңлайым. Беҙ бармаһаҡ, илебеҙҙе, ғаиләләребеҙҙе