Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Башҡортостанда бик татыу, көслө фекерҙәштәр командаһы эшләй"

Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. "Был форум үткәреү кимәле, йөкмәткеһе һәм һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшыларҙың береһе булды, тип ысын күңелдән әйтәм. Башҡортостан етәкселеге ғәйәт ҙур ойоштороу-әҙерлек эштәре алып барҙы. Бәйләнерлек бер сәбәп тә булманы. Радий Фәрит улы Хәбировтың форумды әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлгәнен беләм, - тине Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко. - Күптән түгел коллегам, Беларусь Республикаһы Советы рәйесе Наталья Ивановна Кочанова менән осраштым. Ул тағы ла бер тапҡыр форум менән һоҡланыуын еткерҙе. Иң мөһиме, һөҙөмтәләргә өлгәшелгән, төбәктәр, компаниялар һәм фирмалар араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Башҡортостанда бик татыу, көслө фекерҙәштәр командаһы эшләгәненә тағы бер инандым. Өфөләрҙең ҡунаҡтарҙы нисек итеп ихлас, ысын башҡорт ҡунаҡсыллығы менән ҡаршылауы ла күңелдә йылы тойғолар ҡалдырҙы. Валентина Матвиенко форумды ойоштороуға ҙур өлөш индергәне өсөн Радий Хәбировҡа Федерация Советының Почет грамотаһын тапшырҙы. Ә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Федерация Советы рәйесенең рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Башҡортостан Башлығы Валентина Матвиенкоға республиканың идара итеү командаһының эшен юғары баһалағандары һәм Рәсәй менән Белоруссия төбәктәренең X форумын үткәреүҙе ышанып тапшырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. "Беҙ сараның әһәмиәтен һәм яуаплылыҡтың ни тиклем ҙур булғанын аңлай инек. Форумды лайыҡлы кимәлдә үткәрергә теләнек. Сенатор-коллегаларға рәхмәт әйткем килә, сараның үткәрелешен улар менән бергә билдәләнек", - тине Радий Хәбиров. - Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Ҡаҙағстан Президенты ҡарары менән киләһе йылда Башҡортостанда Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы үтәсәк. Ил өсөн мөһим булған был сараға сенаторҙарҙы саҡырам. Киләһе йыл республикабыҙҙың баш ҡалаһы өсөн юбилей йылы - Өфө үҙенең 450 йыллығын билдәләргә йыйына. Байрам сараларында ҡатнашырға саҡырам. Сағыу, ҡыҙыҡлы программа әҙерләнә", - тине ул. Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/