Найти тему
Башҡортостан гәзите

100 йәшкә лә күп ҡалмаған

Бүздәк районының Уран ауылында йәшәүсе Әсмә Ғәлләмова быйыл 95 йәшен билдәләне. Әсмә Ғөбәйҙулла ҡыҙы ире Хәтип Ғилметдин улы менән биш балаға ғүмер бүләк иткән. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла юғары белемле. Әсмә Ғәлләмова белдереүенсә, оҙон ғүмерле булыу өсөн күп тә кәрәкмәй, артыҡ көс тә талап ителмәй. – Күңелеңдә асыу һаҡламаһаң, көнләшеүеңде ситкә ҡуйып торһаң, йөрәгеңдә үс һаҡламаһаң, 100 йәшкә етергә мөмкин, хатта ул да сик түгел әле, – тип һөйләй Әсмә Ғөбәйҙуллла ҡыҙы. – Донъяларҙың тыныс булыуын, һәр таңдың аяҙ атыуын теләп кенә ултырам. Миңә хәҙер нимә кәрәк инде, шул балаларымдың, ейән-ейәнсәремдең, бүлә-бүләсәләремдең шатлығын үҙемдекеләй ҡабул итәм. Фото: "Буздякские новости" гәзите.