Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Васыятнамә кәрәкме?

“Оло йәштәмен. Баш ҡалала фатирҙа йәшәйем. Күсемһеҙ милекте туғаныма ҡалдырыу өсөн васыятнәмә яҙғым килә. Ошо хаҡта аңлатһағыҙ ине. Ф. МОРАТОВА”. – Илебеҙҙә үҙе иҫән саҡта васыятнамә яҙҙырып ҡалдырыусылар һирәк, сөнки үҙенең вафатынан һуң нимә булырын артыҡ уйлап бармайҙар. Шуға һеҙҙең был уй-ниәтегеҙ яҡшы, сөнки һәр ғәмәлде ваҡытында атҡарыу фарыз. Һеҙҙең осраҡҡа килгәндә, был документтың иҫән сағығыҙҙа яҙылып ҡуйыуы, әлбиттә, яҡшы. Әммә шуны хәтерҙән сығарырға ярамай: мираҫ менән бәйле суд эштәре күп. Шуға васыятнәмәне дөрөҫ яҙырға һәм нотариуста теркәтеү зарур. Ә закондарға күҙ һалһаҡ, фатир хужаһы яҡты донъя менән хушлашҡан осраҡта ярты йыл эсендә мираҫты ҡабул итеү өсөн нотариаль контораға мөрәжәғәт итергә кәрәк, унда ғариза яҙырға тейеш булаһығыҙ. Автор фотоһы.