Бөгөн төндә Өфө – Белорет автомобиль юлында, Архангел районының Березовка ауылы эргәһендә, “ГАЗель” йөк автомобиле янған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре утты һүндерә һәм юл өҫтөн уттан ҡалған сүп-сарҙан таҙарта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында пассажир ултырғысында һәләк булған ир табыла. Ҡотҡарыусылар утты һүндергәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, машина ултырғысында ир кәүҙәһен таба. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе янғын сәбәбен асыҡлай. Шулай уҡ кисә, 20 ноябрҙә, киске сәғәт туғыҙ тирәһендә Туймазы районының Әтек ауылы эргәһендә булған аварияла кеше һәләк булған. Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 62 йәшлек ир “Лифан Х60” автомобилендә Бишҡурай ауылынан М-5 “Урал” автомобиль юлы йүнәлешендә хәрәкәт иткән саҡта идараны юғалтып, юлдан ситкә ауҙарыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунда уҡ һәләк була. Хөрмәтле водителдәр, хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙҙең ашығыс һәм дөрөҫ булмаған ғәмәлдәрегеҙгә үҙегеҙҙең һәм башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеге бәйле. Аварияға тарымаҫ өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Юлдарығыҙ имен булһын. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: mchsrb, @bash_gibdd.