Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары араһында “Ватан һаҡсылары кубогы” төбәк-ара комплекслы физкультура сараһы башланды. Беренсе тапҡыр бындай ярыштар Кемеров өлкәһендә ойошторолған. Башҡортостан иһә ошондай сараны уҙғарасаҡ икенсе төбәк. Алты спорт төрө буйынса көс һынашалар. Сараға Рәсәйҙең Волга буйы һәм Урал федераль округтарының йыйылма командалар килгән. Киров, Ҡурған, Түбәнге Новгород, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Свердловск, Төмән, Ульяновск, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан, Мари Иле, Мордовия, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан республикаларынан, Ханты-Манси, Ямал-Ненецк автономиялы округтарынан һәм Башҡортостандан командалар үҙ көсөн һынай. Мәҫәлән, республикабыҙҙың йыйылма командаһында өс Ҡаһарманлыҡ ордены, дүрт “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, ике Шайморатов һәм башҡа наградалар кавалерҙары бар. Команданың капитаны – Тимур Лоҡманов. Башҡортостан Республикаһы махсус хәрби операцияла батырлыҡ ҡылған яугирҙәрҙең исемдәре менән ғорурлана. Башҡортостанда тыуып үҫкән алты яҡташыбыҙ “Рәсәй