Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторолған "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә Белорет районына ике яңы мәктәп автобусы килде.
"УАЗ" маркалы автобус Сосновка мәктәбенә юллана. Унда яҡындағы Сланцы, Рысыҡай һәм Арский ташы ауылдарынан ун бер уҡыусы йөрөй. Элекке автобустың файҙаланыу ваҡыты бөткән. Балаларҙы водитель Владимир Болотников йөрөтә, ул был мәктәптә бишенсе йыл эшләй. "Газель" маркалы автобус Рысыҡай һәм Хөсәйен ауылдарынан утыҙ биш баланы йөрөтөү өсөн Үткәл ауылы мәктәбенә тапшырылған. Унда Фәйзулла Мөхәмәтғәлин эшләйәсәк, водитель ун биш йылдан ашыу эшләй.
Яңы автобустар ГЛОНАСС системаһы, тахографтар, видеокүҙәтеү, хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм балалар мәктәпкә уңайлы барып етеүе, турнирҙарға һәм олимпиадаларға йөрөүе, республика буйлап сәйәхәт итеүе өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған.