Найти тему
Башкортостан 24

Радий Хәбировҡа башлыҡ

   Радий Хәбировҡа башлыҡ
Радий Хәбировҡа башлыҡ

Радий Хәбировҡа башлыҡ

Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Таһир Күсимов исемендәге батальон яугиры, махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусы Радик Динәхмәтов Башҡортостан башлағы Радий Хәбировҡа башлыҡ бүләк итте. Кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин репортажы. Тура эфирҙан һуң республика менән идара итеү үҙәгенә тура, юғары награда алырға. Сәхнә эшмәкәре Радик Динәхмәтов хәҙер Башҡортостандың атҡаҙанған артисы ғына түгел, ә Башҡортостандың халыҡ артисы. Контракт нигеҙендә хеҙмәт итеүсе йырсы, музыкант махсус хәрби операция барған урында медицина взводында водитель генә түгел. Ул флейтаһы менән күңел яраларын дауалаусы, йөрәктәргә йән өрөүсе. Яуҙа тыуған тел дә ярҙам итә. Махсус хәрби операциялағы “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы командирының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, шулай уҡ хәҙер Миңлеғәли Шайморатов исемендәге миҙал кавалеры Рөстәм Шәһәбетдинов, дүшәмбе кәңәшмәһендә сығыш яһап, ошо турала һөйләне. Яуҙағы уңыш нигеҙе – һалдаттарға урындарҙан ярҙам, иғтибар. Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарына һәр яҡлап булышлыҡ күрһәтергә тырыша. Бының өсөн республика булған барлыҡ мөмкинлекте ҡуллана. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан хәрбиҙәрҙе һәр яҡлап ҡурсалай. Радий Хәбиров үҙ өҫтөнә йәнә бер йөкләмә ала. Башҡортостан башлығы ноябрь аҙағында республика халҡы һорауҙарына асыҡтан-асыҡ яуап бирергә әҙер. Был юлы һүҙ “тура элемтә“ тураһында бара. Әңгәмәне “Башҡортостан 24” һәм “Рәсәй 24” телевизион каналдары, “Рәсәй-Башҡортостан радиоһы” тура эфирҙа трансляциялай. Радий Хәбиров менән тура бәйләнештә төҙөлөшкә бәйле һорауҙарҙың булыуы мөмкин. Был тармаҡта уңыштар юғары, әммә хәл ителәһе мәсьәләләр юҡ түгел. Мәҫәлән, авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү көнүҙәк. Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владислав Сидоркин әйтеүенсә, әле республикала 10 меңдән ашыу фатиры булған йорттар сафҡа тапшырыла. Уларҙың инфраструктураһын тәьмин итеү беренсе бурыс. Һандарҙың юғары булыуын, тәү нәүбәттә, Өфө тәьмин итә. Быны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та һыҙыҡ өҫтөнә ала. Бөгөнгө маҡсат – төҙөлөш менән бергә социаль обьекттарҙы сафҡа индереүҙе онотмау. Төҙөлөш кенә түгел, ә мәҙәниәттә лә креатив төҙөлөшһеҙ булмай. Бөгөн йәштәрҙе социаль тормошҡа ылыҡтырыуҙа төрлө йүнәлештәрҙе барлау фарыз. Киләсәк быуынды рухи тәрбиәләүҙә ошондай, креатив индустрия мәктәптәре музыка, һынлы сәнғәт, мода менән шөғөлләнеү мөмкинлеге аса. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, республикала әле эшләп килгән 2 мәктәп кенә етмәй. Өфөлә уларҙың һаны артырға тейеш.Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге ултырышта ҡаралған тағы бер мәсьәлә айырым иғтибарға лайыҡ. Ул ҡала һәм райондарҙың административ комиссиялары эшмәкәрлеге. Тап ошо төркөм урындарҙа тәртип һәм таҙалыҡ һағында тора. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, был йәһәттән эштәргә ниһәйәт, ыңғай баһа бирергә мөмкин. Әлегә Башҡортостан халыҡ-ара бизнес аҙналығына әҙерләнә. Өфөгә донъяның 15 дәүләтенән киләсәк делегацияларҙы бөгөндән үк инвесторҙар тп ҡарарға кәрәк. Ә өсөнсө декабрҙә, Мәскәүҙәге күргәҙмәләр үҙәгендә Башҡортостан менн таныштырыу ҡаралған.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».