Найти тему
Башкортостан 24

Хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам

   Хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам
Хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам

Хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам

Донбасс ирекмәндәре берлеге мобилизацияланған һәм килешеү төҙөп хеҙмәт иткән хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам әҙерләгән. Беҙҙең ижади төркөм әүҙемселәрҙе оҙон юлға оҙатты. Аҙыҡ-түлек, кейем кәрәк-яраҡтары, автомобиль йүнәтеү инструментары, дарыуҙар. Егеттәргә иң кәрәкле әйберҙәр араһында хатта музыка ҡоралы ла бар. Физик көскә ҡарағанда ла күңел күтәренкелегенең булыуы күпкә мөһимерәк икәнен Донбасс ирекмәндәре берлеге әүҙемселәре яҡшы белә, сөнки улар үҙҙәре лә ваҡытында алғы һыҙатта хеҙмәт иткән. "Искәндәр" ҡушаматлы Александр махсус хәрби операция башланғандан алып “Әхмәт “ отряды сафына инә. Йәрәхәт алып кире әйләнеп ҡайтырға мәжбүр була. Хәҙер алғы һыҙатҡа башҡа маҡсат менән йөрөй. Гуманитар ярҙамды алып барырға уға “Өфө“ ярҙам итә. Ул да ирекмәндәр рәтендә. Гуманитар колонна менән салондары бөтә кәрәк-яраҡтар менән тулы өс ГАЗель юлға сығырға әҙер. Унда хәрбиҙәргә көн дә ҡулланырға кәрәкле әйберҙәр. Алда әүҙемселәрҙе оҙон юл көтә. Беренсегә түгел, шуға ла тулы әҙерлек менән сыға егеттәр оло юлға. Бер нисә көндән уларҙы ҡолас йәйеп алғы һыҙаттағы яугирҙар ҡаршы аласаҡ. Сөнки тыуған яҡтарҙан йөрәк йылыһы менән ебәрелгән әйберҙәрҙе түҙемһеҙлек менән көтә егеттәр.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».