Найти тему
Башкортостан 24

Өфөлә “Рәсәйҙә уйлап табылған” беренсе креатив индустрия мәктәбе асылды

   Өфөлә “Рәсәйҙә уйлап табылған” беренсе креатив индустрия мәктәбе асылды
Өфөлә “Рәсәйҙә уйлап табылған” беренсе креатив индустрия мәктәбе асылды

Өфөлә “Рәсәйҙә уйлап табылған” беренсе креатив индустрИя мәктәбе асылды

Федераль проект сиктәрендә бындай белем үҙәктәре илдә берҙәм мәҙәни-мәғариф даирәһен ҡороу, ижад индустрияһы өлкәһендәге һөнәрҙәр үҫтереү һәм уларҙы киң таратыуға булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторола. Мәктәп Өфө сәнғәт училищеһы нигеҙендә эшләй. Былтыр республикала беренсе креатив индустрия мәктәбе Стәрлетамаҡта асылғайны, киләһе йылда ошондай уҡ мәктәпте Сибай ҡалаһында асыу көтөлә. Коллектив һәм уҡыусыларҙы иҫтәлекле көн менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Алты креатив студияла уҡыусылар графика дизайны, электрон музыка, тауыш режиссураһы, интерактив цифра технологиялары, анимация, ӨсД графика, фото һәм видео етештереү эшенә өйрәнәсәк. Мәҙәниәт һәм сәнғәттә һанлы технологиялар менән ҡыҙыҡһынған 12-17 йәшлек үҫмерҙәр өсөн өҫтәмә белем бюджет иҫәбенә лә, түләүле лә нигеҙҙә лә биреләсәк.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».