Бөгөн, 21 ноябрҙә, ҡыҫҡа ваҡытлы ялған ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Башҡортостан” полкы яугирҙәре “Ҡайғылы әсә” мемориалына сәскә һалды. Улар менән бергә ҡатындары, балалары, туғандары һәм яҡындары ла килгәйне. Яугирҙәрҙе “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы командирының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, подполковник Рөстәм Шаһабетдинов һәм республиканың Хәрби дан музейы директоры Илшат Үтәев сәләмләне. Унан һуң ҡунаҡтар Республика Дан музейына инделәр. Музей директоры Илшат Үтәев әйтеүенсә, улар осрашыу ваҡытында неонацизмдың әйләнеп ҡайтыуы темаһына һөйләшкән. – Теге ваҡытта нацизм еңелде тип иҫәпләнә ине, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең көндәрҙә ул яңырҙы. Һәм беҙҙең егеттәргә ҡулына ҡорал алырға һәм алышҡа сығырға тура килде. Улар дошманды тоторға, беҙҙең биләмәгә инеүенә юл ҡуймаҫҡа тейеш, – тине ул. Илшат Үтәев әйтеүенсә, тарихта барыһы ла бер-береһенә бәйле. – Беҙҙең музей башлыса Бөйөк Ватан һуғышы темаһына бағышлана. Экспозицияларҙың береһе легендар 112-се Башҡорт кавалер