Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан Ҡытайға аҙыҡ-түлек һатасаҡ

Өфөлә үтәсәк ХVI Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Башҡортостандан Ҡытайға аҙыҡ-түлек һатыу буйынса килешеү төҙөү ҙә планлаштырыла. “Бөгөнгө Ҡытай – Башҡортостандан ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау өсөн иң перспективалы йүнәлеш, –тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Республика был илгә ҡайһы бер тауарҙарҙы һата ла инде. Күләмде арттырыу һәм төрләндереү мөмкинлектәре лә бар. Көнбағыш һәм рапс майы, шәкәр, киптерелгән һөт ризыҡтары, күп йыллыҡ үлән орлоғо һатыу өҫтөнлөклө булып тора”. Вице-премьер әйтеүенсә, Ҡытай менән хеҙмәттәшлек барышында яңы эш урындары ла асыласаҡ. Хәтергеҙгә төшөрәбеҙ: ХVI Халыҡ-ара бизнес аҙналығы Өфөлә 22 ноябрҙә эшен башлай, унда 15 илдән бөтәһе дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы, 50-нән артыҡ эшлекле сара үткәреү көтөлә. Фото: “Башинформ”.