Ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре гөрләй. Баймаҡ телевидениеһы хәбәрселәре хәбәр итеүҙәренсә, ял көндәрендә Таулыҡай ауылында ҡаҙ өмәһе үткән. "Себеште көҙ һанайҙар, тиҙәр. Эйе, ысынлап та, яҙ алған ҡош-ҡорттарҙы өлгөргәнсе көтөү, матур итеп тәрбиәләү - ҙур көс, тырышлыҡ талап итә.Ә инде көҙ еткәс, уңған хужа һәм хужабикәләр уларҙы эш итә, аш итә.Таулыҡай ауылында йәшәүсе Гөлгөл һәм Мансур Ғәлиндар йыл һайын күпләп ҡош-ҡорт аҫрай. Быйыл иһә, уңған ғаилә йөҙ ҡаҙ ала. Ял көндәрендә улар, туғандары һәм яҡындары менән ҡаҙ өмәһе үткәрҙе. "Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй", тигәндәй, уңған өмәселәр тиҙ арала ҡош - ҡортто йолҡоп, таҙалап, эште тамамлап та ҡуйҙылар.Ә һеҙҙә өмәләр гөрләйме, дуҫтар?"- тип яҙған "Баймаҡ ТВ"-һы үҙенең төркөмөндә. Фото һәм текст сығанағы: "Баймаҡ ТВ"һы төркөмөнән