Һеҙ көнөнә күпме шәкәр ашайһығыҙ? Тик берегеҙ ҙә был яуапҡа теүәл яуап бирә алмаҫ, сөнки ҡайһы аҙыҡта күпме шәкәр булғанын белеүе мөмкин түгел. Хәҙер аҙыҡ-түлек етештереүселәр ҡаптарҙа уның күпме булыуын билдәләмәү генә түгел, бөтөнләй башҡа атама аҫтында йәшереүе лә мөмкин. Һис бер көтөлмәгән аҙыҡта булыуын белеп, аптырауығыҙ ҙа ихтимал. Ни өсөн шәкәрҙең аҙыҡта күп булыуы насар? Тәбиғи шәкәр төркөмөнә сахароза, фруктоза, лактоза һәм мальтоза инә – улар йәшелсәлә, емеш-еләктә, һөт аҙыҡтарында бар. Аҙыҡҡа өҫтәлгән шәкәрҙе моно-, дисахаридтар тип йөрәтәләр, уларҙы аш-һыу әҙерләгәндә өҫтәйҙәр. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы күрһәтмәһе буйынса, көн һайын ҡулланылған килокалорийҙың дөйөм күләменән шәкәргә 10 проценттан да артыҡ тура килмәҫкә тейеш. Мәҫәлән, өлкән кеше көнөнә 2000 килокалорий тотонһа, шуның 200 килокалорийы ғына (50-60 грамм йәғни 10 балғалаҡ шәкәр) ошо татлы аҙыҡҡа тура килергә тейеш. Сағыштырыу өсөн: бер стакан газлы шәрбәтле эсемлектә – өс-дүрт ҡалаҡ шәкәр, тип иҫәпл