Бер йыл олатай оҙаҡ ҡына күренмәне. Күпмелер ваҡыттан килде ул. Бөтөнләй үҙгәргән: кәүҙәһе кесерәйеп сүгеп киткәндәй, һырҙары ла артҡандай, күҙҙәре лә моңһоу, элекке кеүек аралашыусан да түгел. “Инәйегеҙҙе юғалттым”,--тине күҙенә йәш алып... Редакциябыҙға күрмәлекле генә, оҙон буйлы, һылыу бер олатай килә торғайны. Бер килгәнендә үҙе һәм балалары исеменән әбейенә ҡотлау бирә, икенсе килгәнендә әбейе һәм балалары исеменән үҙенә ҡотлау бирә… Ошо хәл бер нисә йыл ҡабатланды… Ғәжәпләнеп, аптырап ҡарай инем мин уға. Тәү ҡарамаҡҡа, аҡыллы, зинһенле генә бабай ҙа һуң! Ниңә улайтып үҙ-үҙенә ҡотлау биреп йөрөй икән? Балалары ҡырҙамы икән әллә? Әллә йүнһеҙерәкме икән? Һорауы уңайһыҙ бит инде. Улай һәр ҡотлау биргән кешегә ҡыҫылып, төпсөнөп тә ултырып булмай. Әҙәпһеҙлек булыр ине… Бер йыл олатай оҙаҡ ҡына күренмәне. Күпмелер ваҡыттан килде ул. Бөтөнләй үҙгәргән: кәүҙәһе кесерәйеп сүгеп киткәндәй, һырҙары ла артҡандай, күҙҙәре лә моңһоу, элекке кеүек аралашыусан да түгел. “Инәйегеҙҙе юғалттым”,--т