Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә - өс проект

Хәйбулла районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Был юлы “эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә өс йүнсел үҙ проектарын тәҡдим иткән. Аҡъярҙан Филүзә Ҡыуатова 10 йылдан ашыу хәләл ит һатыу менән шөғөлләнә. Күптән түгел ул ҙур булмаған сауҙа павильоны һатып алған һәм ерҙе рәсмиләштереү, һыу менән тәьмин итеүҙе тоташтырыу мәсьәләһе менән мөрәжәғәт иткән. Әңгәмә барышында эшҡыуар ҡатынға комиссия ағзалары муниципаль программа сиктәрендә, төп сығымдар өлөшөн ҡаплауға документтар тапшырырға кәңәш иткән. Филүз Сәлишев ҡайтанан “ Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килгән. Уның хыялы - Йәнтеш ауылында ял базаһы асыу, бының өсөн ер үлсәме һатып алған. Яҡын арала скаважина ҡаҙыу, һыу үткәреү һәм 150 ҡунаҡты һыйҙыра алырлыҡ шатер урынлаштырып, төрлө саралар һәм тантаналар үткәреү. Шулай уҡ база янында ял итеү өсөн биш йорт төҙөү планлаштырыла һәм кескәй ҡунаҡтар өсөн балалар майҙансығы йыһазландырыласаҡ. Уға ла ярҙам күрһәтеләсәк. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нең тағы бер ҡатнашыусыһы Йәмил Ишкилдин. Ул һигеҙ йыл автомеханик булып эшләгәндән һуң үҙенең СТО-һын асырға ҡарар иткән. Бының өсөн уға ер участкаһы талап ителә. Яңы эш башларға уйлаған йүнсел финанс ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн документтарын тапшырған. Билдәле булыуынса “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә үҙ эшен асҡан йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә, бизнес-проекттары өйрәнелә. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.