Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһанылар. Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә. Эшлекле бәйгелә республиканың 50 предприятиеһы һәм ойошмаһы етәксеһе ҡатнашты. Нефтекама ҡалаһынан “Бухгалтер плюс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Гүзәл Нәбиева сығыш яһаны. Ул консалтинг хеҙмәттәре күрһәткән предприятие менән етәкселек итә. Бынан тыш, бизнес-леди “Рәсәй терәге” Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Нефтекама урындағы бүлексәһе етәксеһе һәм Башҡортостан Бухгалтерҙары ассоциацияһы ағзаһы булып тора. Конкурсҡа ул предприятиеһы буйынса документация, үҙенең ҡаҙаныштарын тәҡдим иткән. Улар араһында ҡала һәм республика конкурстарында, шул иҫәптән “Йыл һалым түләүсеһе” бәйгеһендә ҡатнашыу бар. Предприятие үҙенең йүнәлештәренең береһе тип социаль ярҙамды һайлаған һәм хәйриә эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. “Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры” конкурсының йомғаҡлау этабы р