Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өлкән балалар күршеләрҙә булып ҡалған

Ялдарҙа Яңауыл ҡалаһында булған янғын тураһында хәбәр иткәйнек. Уның һөҙөмтәһе бик аяныслы: 34 йәшлек ҡатын менән уның дүрт йәшлек ҡыҙы һәләк булды. Әле был ваҡиға тураһында күберәк мәғлүмәт билдәле булды, ул турала “КП-Өфө” баҫмаһы яҙа. Асыҡланыуынса, янғын биш ҡатлы дөйөм ятаҡ бинаһында сыға. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уның сәбәбе һүндерелмәгән тәмәкелә. Ут бик тиҙ тарала һәм төтөн бар бинаны ялмап ала. Төтөн еҫен һиҙеү менән бөтәһе лә өйҙәренән сығып ҡотола, тик Оксана менән ҡыҙы ғына өлгөрмәй. Улар нимәгәлер тотҡарлана һәм төтөн араһында сығыу юлын таба алмай. Ятаҡта йәшәгәндәр һөйләүе буйынса, бында тәртип юҡ. Иҫке электр сымдары тора, янғын хәүефһеҙлеге буйынса буш булырға тейеш ярҙамсы биналар коляскалар, саналар һәм башҡа әйбер менән тулған. Күптәр ҡайҙа етте шунда тәмәке тарта ла, төпсөгөн ташлап китә. Был ятаҡта йәшәгәндәр әйтеүенсә, был юлы ла кемдер тәмәке тартҡан һәм һүнмәгән килеш ташлаған. Ә ул ярҙамсы бүлмәләге әйберҙәргә эләгеп, янғын башланған. Һәләк булған Оксанаға килгәндә, ул дүртенсе ҡатта ҙур булмаған бүлмәлә йәшәгән. Ул дүрт йәшлек ҡыҙы һәм элекке иренең тәүе ҡатынынан тыуған ике өлкән балаһы менән бергә йәшәгән. Таныштары әйтеүенсә, ул ике баланың үҙ әсәләре үлгән, аталары уларҙы яңы ғаиләгә килтергән. Ә пар айырылышырға ҡарар иткәс, балалар үҙ аталары менән китмәгән, ә Оксана апайҙары менән йәшәргә теләк белдергән, сөнки ул уларҙы бик яратҡан һәм күңел йылыһын биргән. Янғын ваҡытында ул ике бала тере ҡала. Баҡһаң, был саҡта улар күрше бүлмәлә ҡунаҡта булған. Төтөн еҫен һиҙеү менән үҙаллы тышҡа сыҡҡандар. “Оксана ла сумкаһын йыйған, ҡыҙын еүеш простыняға төргән һәм коридорға сыҡҡан. Тик был ваҡыта бөтә ерҙә төтөн булған һәм ул сығыр юлды таба алмаған. Төтөн менән тын алып, иҫен юғалтҡан”, – тип һөйләгән күршеһе. Оксана менән уның ҡыҙының кәүҙәһен ошо йортта йәшәгән кеше тапҡан. Тәүҙә ул ҡыҙыҡайҙы табып сығара, аҙаҡ ҡатын артынан кире инә. Улар был ваҡытта иҫтәрен юғалтҡан була. Табиптар уларҙы ҡотҡарып ҡарай, тик тәүҙә “ашығыс ярҙам” машинаһында Оксана үлә, дауаханаға барып еткәс ҡыҙы ла йән бирә. – Ышанып та булмай. Шундай изге күңелле, һәйбәт кеше ине, ныҡ итеп балаларын яратты һәм уларҙы ҡараны. Ошо ике үлем башҡаларға уйланырға сәбәп булһын ине. Был ятаҡта әллә ҡасандартәртип булдырыр кәрәк, – тигән Оксананың танышы. Әле янғындың аныҡ сәбәптәре, һәм кешеләрҙең ни өсөн үлгәндәрен асыҡлайҙар, тикшереүҙәр бара. Беҙ Оксананың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: "КП-Өфө"