Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәһим мәсьәләне тикшерәсәктәр

22 – 25 ноябрҙә Өфөлә “Торатау” конгресс-холында үткәреләсәк өсөнсө Халыҡ-ара бизнес аҙналығында “Ҡоро порт” транспорт-логистика үҙәге – концептуаль ҡарарҙар” тигән эшлекле секция үткәреләсәк. Ойоштороусыһы – “Башҡортостан Республикаһының стратегик эшләнештәр үҙәге” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы. “Төбәктең транспорт-логистикаһы үҫеше менән бергә Башҡортостан экспортерҙары өсөн үҫеш мөмкинлектәре һәм яңы баҙарҙар асыу был фекер алышыуҙың төп темаһы буласаҡ”, – ти “Башҡортостан Республикаһының стратегик эшләнештәр үҙәге” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Евгений Базылев. Секцияның спикерҙары сифатында Куйбышев тимер юлының “Трансконтейнер” йәмғиәте директоры Николай Дуденко, “Ҡоро порт” транспорт-логистика үҙәге директоры Андрей Драчев, Евразия Үҫеш банкының стратегик проекттары дирекцияһы етәксеһе Вадим Мешанин һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. Эшлекле секция 24 ноябрҙә Конгресс-холдың “В” залында 16.30 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем уҙасаҡ. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.