Башҡортостан юлдаш телевидениеһы “Башҡортостандағы юлдар” исемле брифинг үткәрҙе. Республика Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе, “Башҡортостанға идара итеү үҙәге” проекты етәксеһе Елена Прочаковская ойошторған был сара Рәсәй Транспортсылар көнөнә арналғайны. Тура эфирҙа бирелгән һорауҙарға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев менән республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов яуап бирҙеләр. Брифингтың көнүҙәк темаларының береһе – Башҡортостан делегацияһының Мәскәүҙә “Транспорт аҙналығы”нда ҡатнашыуы. “Беҙҙе федераль кимәлдә лә ишетәләр тип, ышаныс менән әйтә алам. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров етәкселегендәге делегация мөһим осрашыуҙар үткәрҙе”, – ти Алан Марзаев. Башҡортостандың иң масштаблы инфраструктура проекттарының береһе – “Көнсығыш сығыу юлы”. Быйылғы ноябргә уның әҙерлеге 78 процент тәшкил итә. Объект төҙөлөшөндә ике меңдән ашыу кеше һәм 200-ҙән артыҡ махсус техника эшләй. Шулай уҡ башҡа
Транспортҡа ҡағылышлы бөтә һорауҙарға яуап бирҙеләр
20 ноября 202320 ноя 2023
1 мин