Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хөбәйбә инәй мөнәжәттәре

Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауылында тыуып- үҫкән Хөбәйбә Сабдрахман ҡыҙы Әминеваның Үтәгәнгә килен булып төшөүенә байтаҡ ваҡыт үткән. Тәүге көндәрҙән үк “тегенсе килен” ҡушаматы алған Хөбәйбә инәй ғүмере буйы кешеләргә күлдәк, камзул, елән тегә, әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай: яратҡан шөғөлөн дауам итә. Буш ваҡыттарында ҡулына бәйләмен алһынмы, йәки тоғро дуҫы – теген машинаһы янына ултырһынмы - нимә генә эшләһә лә, барыһына үҙ күңелен һалып, күҙ нурҙарын түгеп, яратып башҡара. Хөбәйбә инәй оҫта бейеүсе лә, бынамын тигән йырсы ла. Әле оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күңеле килгәндә ойоҫҡота бейеп тә ала, мөнәжәттәр әйтә. Ҡул эштәренә лә хәҙер һирәк тотона, "күҙем бер аҙ һыҙлап ала, шуға күрә туҡтап торҙом әле", - ти инәй. Шулай ҙа беҙҙең үтенесте кире ҡаҡманы, үҙенә генә хас тауыш менән бик боронғо мөнәжәттәрҙең береһен йырлап күрһәтте. Афарин, Үтәгән ағинәйе! Автор фотоһы һәм видеоһы. Фото һәм видео автор рөхсәтенән тыш башҡа сайттарға алырға ҡәтғи тыйыла.