Бөрө күп профилле профессиональ колледжына проектта ҡатнашыу өсөн ҡаланың һәм Башҡортостан райондарының ете мәктәбенән уҡыусылар килде. Колледждың уҡыу оҫтаханаларында “Дөйөм төҙөлөш оҫтаһы: ҡул менән иретеп йәбештереүсе”, “Электр монтажсыһы/ электр монтеры”, “Ашнаҡсы, кондитер”, “Матурлыҡ индустрияһы белгесе: парикмахер”, “Төҙөлөштә биҙәкләү һәм декоратив эштәр оҫтаһы: төҙөлөш маляры”, ”Дөйөм төҙөлөш эштәре оҫтаһы: ташсы” һөнәрҙәре буйынса 152 проба үткәрелгән. - “Киләсәккә билет” проекты уҡыусыларҙы, педагогтарҙы һәм ата-әсәләрҙе уникаль хеҙмәттәшлектә берләштерҙе, ул һәр ҡатнашыусының ҡыҙыҡһыныуын, һәләтен үҫтереүгә, маҡсатын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Проект саралары - профминимумдың мөһим өлөшө, быйыл бөтә мәктәптәргә лә индерелгән, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин. Бөрө күп профилле профессиональ колледжы Асҡын, Балтас, Борай, Дүртөйлө, Тәтешле райондары һәм Бөрө ҡалаһы уҡыусылары өсөн проектты үткәреү майҙансығы булып тора. Колледждың тәүге профессиональ пробалары 2021 йылда Өфөнөң ВДНХ-һында “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркында үткән. Иҫкәрмә: дөйөм белем биреү ойошмаларының 6-11-се класс уҡыусыларына иртә профессиональ йүнәлеш биреү буйынса “Киләсәккә билет” проекты “Мәғариф” милли,“Һәр баланың уңышы” төбәк проекттарына ярашлы тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – 6-11-се класс уҡыусыларында аңлы рәүештә һөнәр һайлау күнекмәһе булдырыу. 2020 йылда проектҡа Рәсәйҙең 85 төбәге ҡушылды. “Киләсәккә билет” махсуслаштырылған һанлы платформаһында 54 муниципаль райондан һәм 9 ҡала округынан 10 меңдән ашыу уҡыусы теркәлгән. Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22299/