21-25 ноябрҙә Мәскәүҙә ВДНХ майҙансығында Башҡортостан стендында тематик транспорт аҙналығы үтәсәк. Төп темалар - "аҡыллы" транспорт системалары һәм юлдарҙа хәүефһеҙлек. Эшлекле өлөш лекциялар һәм семинарҙарҙан тора. Ә йәш ҡатнашыусыларҙы тренингтар, интерактивтар, ижади оҫталыҡ дәрестәре һәм иҫтәлекле сувенирҙар көтә. 21 ноябрҙә уҡытыу лекциялары һәм презентациялар үткәрелә, видеороликтар күрһәтелә. Балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы беләҙектәр ала һәм уларҙы дөрөҫ ҡулланырға өйрәнә. Икенсе көндә, 22 ноябрҙә, күргәҙмә ҡунаҡтары семинарҙа ҡатнаша ала. Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге хеҙмәткәрҙәре "аҡыллы" транспорт системаларын ғәмәлгә ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Мәҫәлән, 2023 йылда Өфөлә 50 "аҡыллы" светофор ҡуйылған һәм һауа торошон күҙәтеүсе, транспорт ағымын эшкәртеүсе юл хәрәкәте менән идара итеү үҙәге эшләй башлаған. Шулай итеп өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары тиҙ һәм хәүефһеҙ йөрөй аласаҡ. 23 ноябрҙә "Башҡортостан транспорты" темаһына семин
"Рәсәй" күргәҙмәһендә Башҡортостандың транспорт аҙналығы үтә
20 ноября 202320 ноя 2023
1 мин