Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡулындағы телефон янып киткән....

Яңауылда дәрес ваҡытында бер баланың телефоны яна башлаған. Был ғәҙәттән тыш хәл ҡаланың мәктәп-интернатында теркәлгән. Бинанан кисекмәҫтән 140 кешене эвакуациялағандар. Хәл былайыраҡ була: бер уҡыусының ҡулында телефон ҡыҙа башлай. Артабан ул иреп, төтәй башлағас, мәктәптә янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы эшләп китә. Уҡытыусылар ашығыс рәүештә балаларҙы тышҡа сығара һәм ҡотҡарыусыларға шылтырата. Бәхеткә күрә, оло бәләгә барып етмәй, ҡотҡарыусыларға янғын һүндерергә тура килмәй. Телефонһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтермәйбеҙ, бигерәк тә балалар уға бәйле. Әммә уның хәүеф сығанағы икәнен иҫтән сығармаһаҡ ине. Сөнки фажиғәле хәлдәр булып тора, ҡыҙғанысҡа. Әле яңыраҡ зарядкала торған телефонда уйнаған бала токка һуғылып вафат булды. Шуға ла өлкәндәр баланың телефон торошон, бер туҡтауһыҙ уйнамаймы икәнен, ғөмүмән, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫенә төшөрөп, контролләп торһон ине. Фото pixabay.com