Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"РЖД Логистика" менән килешеү төҙөләсәк

22 ноябрь-2 декабрҙә Өфөлә үтәсәк XVI Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында (МНБ-2023) Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы һәм "РЖД Логистика" компанияһы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуясаҡ. Сара 23 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Документ, беренсе сиратта, логистик аудит буйынса эштәрҙе комплекслы ойоштороуҙы үҙ эсенә алған сараларҙы формалаштырыуға йүнәлтеләсәк. Был транспорт-логистика мөмкинлектәрен булдырыу һәм Башҡортостандан ауыл хужалығы продукцияһын һатыу күләмен арттырыуға йүнәлтелгән сервистарҙы үҫтереү өсөн кәрәк. Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы саралары "Торатау" конгресс-холында үтәсәк. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22300/