Быйыл ғинуар-октябрҙә Башҡортостанда 2,6 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был былтырғы йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда биш процентҡа күберәк. Ошо турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә һүҙ булды. Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин хәбәр итеүенсә, вице-премьер Марат Хөснуллин етәкселек иткән төбәктәр үҫеше буйынса федераль Хөкүмәт комиссияһы 2023 йылда торлаҡ индереү буйынса элекке күрһәткестәрҙе арттырырға тигән бурыс ҡуйған. – 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 3 миллион 62 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Быйыл 3,1 миллион квадрат метр күрһәткесенә өлгәшергә планлаштырабыҙ, – тине Владислав Сидоркин. Шуныһын билдәләргә кәрәк, республика торлаҡты сафҡа индереү күләме буыйнса Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә һигеҙенсе урынды биләй. Быйылғы йылдың ноябренә ҡарата төбәктә дөйөм майҙаны 106 миллион квадрат метр булған 10 меңдән ашыу күп фатирлы йорт төҙөлә.