Башҡортостан илдә беренселәрҙән булып “Рәсәйҙә уйлап табылған” проектын тормошҡа ашыра. Ул кешеләрҙе креатив һөнәрҙәргә өйрәтеүгә йүнәлтелгән һәм төбәктә креатив индустрияны үҫтереүгә яңы һулыш бирәсәк. Был турала бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһендә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр ите. – “Рәсәйҙә уйлап табылған” проекты креатив индустриялар мәктәбен, прототиплаштырыу үҙәктәре, инклюзив ижади лабораториялар, “Урын генийы” таланттарҙы берләштереү нөктәләрен һәм ҡала креатив киңлектәр булдырыуҙы күҙ уңында тота. Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып был йүнәлештәрҙең бөтәһен дә тормошҡа ашыра, – тине Әминә Шафиҡова. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 159,5 миллион һум аҡса йәлеп ителгән, уның 140 миллион һумы – федераль бюджеттан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге креатив индустрия мәктәбен 2022 йылда Стәрлетамаҡта республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы нигеҙендә булдырҙылар. Быйыл көҙҙән ошондай уҡ мәктәп Өфө сәнғәт училищеһы нигеҙендә эшләй башланы. Стәрлетамаҡтағы мәктәптә дүрт компетенция буйынс