“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының тәрбиә эше буйынса командир урынбаҫары Рөстәм Шаһабутдинов Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә ҡатнашты һәм махсус хәрби операция биләмәһендә беҙҙең хәрби подразделениелар яугирҙәренең нисек үҙ бурыстарын үтәүе тураһында һөйләне. Полк унда август аҙағында юлланғайны һәм ошо ваҡыт эсендә 65 яугир наградалар алған. Тағы 224 кеше наградаға тәҡдим ителгән. Командир урынбаҫары полктың командованиеһы һәм бөтә яугирҙәре исеменән республика етәкселегенә һәр яҡлы рухи һәм матди ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте. “Даян Мурзин, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Таһир Кусимов исемендәге башҡорт батальондары алдынғы позицияларҙа йөрөй. Улар бөтә кәрәкле нәмә менән тәьмин ителгән. Сергей Зорин исемендәге башҡорт батальоны заманса танктар менән ҡоралландырылған. Бөтә хәрби подразделениелар ҙа алдарына ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы башҡара. Әйбер һәм туҡланыу менән тулы кимәлдә тәьмин ителгәнбеҙ. Кәрәк булғанда, алыштар ваҡытында беҙ рация аша башҡорт һәм татар телендә аралашабыҙ. Беҙҙең полктың үҙ гимны бар. Һүҙҙәрен беҙҙең ротаның замполиты яҙҙы”, – ти ул. Рөстәм Шаһабутдинов хәрбиҙәр исеменән республика халҡына һәм Башҡортостан Башлығына уларҙың ғаиләләренә һәм үҙҙәренә ярҙам иткән өсөн рәхмәт әйтте. – Күптән түгел үткән кәңәшмәләрҙең береһендә беҙҙең полк составына ингән армия замполиты полкка ярҙам итеү буйынса республиканы һәм Башлыҡты өлгө итеп күрһәтте. Беҙ тырышасаҡбыҙ, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ”, – тине ул. Башҡортостан Башлығы полктың личный составының юғары әҙерлеген баһаланы һәм муниципалитеттарға ялға ҡайтҡан хәрбиҙәргә иғтибарлы булырға ҡушты. – “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы МХО-ла ҡатмарлы бурыстарҙы хәл итә. Хәрби юғалтыуҙар ҙа бар. Дөйөм алғанда, командование улар тураһында көслө подразделение ти, уның яугирҙәре геройлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Бөгөн полктың 200 яугире ялда. Район хакимиәттәре уларға махсус иғтибар итегеҙ, мөмкинлек булыу менән мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙар ойоштороғоҙ, – тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.