Найти тему
Башҡортостан гәзите

Халыҡтың һөйөнөсөн уртаҡлашабыҙ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Благовар районының Домбровка ауылында оҙаҡламай яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Бинаның модуль конструкцияһы урынлаштырылған, тейешле инженер селтәрҙәре һуҙылған. Бары медицина эшмәкәрлеген ойоштороуға рөхсәт документтары алыу эше генә ҡалған. Бинаға юғары тиҙлекле интернет үткәрелгән. Хәҙер фельдшерҙың Республика медицина мәғлүмәт системаһына инеү мөмкинлеге бар. Был ситтән тороп пациенттың электрокардиограммаһы расшифровкаһын алырға, Языков үҙәк район дауаханаһы һәм республика стационарҙары табиптары менән телемедицина консультацияһы үткәрергә ярҙам итәсәк. Фельдшер Наталья Беззубова ауылдаштарын яңы бинала ҡабул итергә әҙер. Медицина пунктының эшен ойошторорға сервис хеҙмәттәре бүлеге хеҙмәткәре Лариса Батыршина ла ярҙам итәсәк, бинаны тәртиптә тотоу, халыҡты диспансерлаштырыуға, прививка яһатырға саҡырыу менән дә шөғөлләнәсәк. –Заманса шарттар булдырылған бинала 371 кеше тәүге медицина ярҙамын аласаҡ. Медицина ярҙамын күрһәтеү сифаты күпкә яҡшырасаҡ,– ти Языков үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алмас Заһиҙуллин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.