Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Аман Тулеевты һуңғы юлға оҙаталар...

Кемеров өлкәһенең, уны шахтерҙар төбәге тип тә йөрөтәләр, элекке губернаторы Аман Тулеев 79 йәшендә вафат булған. Әйткәндәй, Аман Ғүмәр улы Кемеров өлкәһе менән илебеҙҙең иң һынылышлы осоронда (1997–2018 йылдар) етәкселек итте. Аман Тулеев 2018 йылдан алып бөгөнгә хәтлем Кузбасс профессиональ белем биреү төбәк үҫеш институтының ректоры вазифаһын башҡарҙы. Аман Тулеевты ни өсөн губернаторлыҡтан алып ташлауҙарын да беләбеҙ. Шулай ҙа иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. 2018 йылдың март айында Кемеров ҡалаһының "Ҡышҡы сейә" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә янғын сыҡты, әллә күпме кешенең ғүмере өҙөлдө. Бөгөн Аман Тулеевты ҡайҙа ерләрҙәр? Ошо турала ла уйланмайҙар түгел, етди уйланалар. Аман Тулеев тыумышы менән Төркмәнстандан. Фото: Аман Тулеевтың википедияһынан.