Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ғалимға бәйле конференция бара

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн башланған Башҡортостанда "Борон һәм урта быуаттарҙа Үҙәк Евразияның күсмә донъяһы" тигән халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция билдәле тарихсы Нияз Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланған. Уны икенсе төрлө III Мәжитов уҡыуҙары ла, тиҙәр. Сарала йөҙҙән ашыу ғалим һәм белгес ҡатнаша, шул иҫәптән Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Үзбәкстандан 30 ғалим саҡырылған. – Көньяҡ Уралда табылған археологик табыштар төбәктең күп тарихи серҙәрен асты һәм боронғо йәмғиәттең йәшәү рәүешен күҙ алдына баҫтырҙы, – тине Салауат Ҡолбахтин. – Улар үҙ сиратында үткән осор тураһында мәғлүмәтте беҙгә еткереүсе ваҡытлыса капсула ролен дә үтәй. Шуныһы ҡыҙыҡ, ерҙең өҫкө өлөшө үҙгәреп торһа ла, аҫҡы яғы үҙгәрешһеҙ ҡала, ул бынан әллә күпме быуат йәшәгәндәр тураһында һөйләй. Салауат Ҡолбахтин әйтеүенсә, Көньяҡ Урал ҡиммәтле сығанаҡ булып хеҙмәт итә, мәҙәни мираҫтың көслө бәйләнеш ебе ул. Беҙҙе үткәндәр менән тоташтыра, төрлө эштәргә этәргес көс бирә. Ике көн дауам иткән конференцияның программаһы бай. Пленар ултырышта бик күп сығыштар тыңланды, секцияларҙың эше йәнле бара. III Мәжитов уҡыуҙары иртәгә тамамлана. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.