Иглин ауылының 3-сө урта мәктәбендә “Көслө рухлылар” проекты буйынса дәрестәр үтә. Улар “Мәғариф” милли проекты һәм Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. “Көслө рухлылар” проекты 5-сенән 7-се класҡа тиклемге уҡыусыларҙы уҡытыуға йүнәлтелгән. Ете ай дауамында улар өсөн стандарт булмаған ваҡиғаларҙа үҙеңде нисек хәүефһеҙ тоторға өйрәткән теоретик һәм практик дәрестәр үтәсәк. Программала – инженер, топографик, медицина, ут әҙерлеге, шулай уҡ радиация-химия һәм бактериологик зарарланыу буйынса әҙерлек. Һөҙөмтәлә балалар стандарт булмаған һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә өйрәнә, был уларға үҙҙәрен һәм яҡындарын ҡотҡарырға ярҙам итәсәк. Әлеге ваҡытта икенсе этап сиктәрендә уҡыу бара, унда иғлан еткереү, төркөмдәр булдырыу һәм программаның биш блогы буйынса уҡыйҙар. Бөтәһе 20 теоретик һәм 28 практик дәрес буласаҡ. Хәрби хәрәкәттәр союзы вәкилдәре 5-се класс уҡыусылары өсөн ут әҙерлеге буйынса теоретик һәм практик дәрестәр ойошторған. Уҡыу йылы дауамында тактик, топографик әҙерлек, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, радиация-химия һәм бактериологик һаҡланыу буйынса әҙерлек курстары үткәреү планлаштырыла. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Иглин районы хакимиәте.