Найти в Дзене
"Урал" гәзите

Мәҙәни үҙәк төҙөлөшө тамамлана

Тирлән ауылында “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы күп тармаҡлы мәҙәни үҙәк төҙөлөшө тамамлана.

Ул 2 000 квадрат метр майҙанлы заманса бинанан ғибәрәт. Үҙәк составына бер нисә бүлек: вестибюль, гардероб, касса, һаҡ посы, китапхана, тамашасылар залы, музыка мәктәбе кабинеттары, спорт залы, бейеү залы, тауыш яҙҙырыу һәм һынлы сәнғәт студияһы, балалар менән эшләү өсөн аудитория, шулай уҡ техник биналар инә.

Тирлән ауылындағы мәҙәниәт һәм спорт үҙәге - ул балаларҙың һәм өлкәндәрҙең ижади үҫеше һәм физик тәрбиәһе өсөн күп мөмкинлектәр биргән заманса комплекс.