Һеҙҙең организмығыҙға ниндәй витаминдар етмәгәнен нисек белергә? Үҙеңдең һаулыҡ торошон күҙәтеп белергә була. Түбәндәге билдәләр шул хаҡта сигнал бирә: - Ауыҙ ҡыуышлығы тиреһе, теш төптәре ҡанаһа һәм танауҙан ҡан килһә, К витамины етмәй; - Дерматит булһа, ҡартлыҡ ғәләмәте тойолһа, эс китһә - PP витамины; - Тиктомалдан ҡуҙғыу-ярһыу, күңел төшөнкөлөгө, йоҡоһоҙлоҡ, баш әйләнеүе, хәтер насарайыуы, тәндең ағарыуы, тәнгә сабыртма сығыуы, мускулдар хәлһеҙләнеүе, ирен ситтәре ярылыуы, ҡул-аяҡ ойоуы күҙәтелә икән - B витаминдары төркөмө; - Тән тиҙ генә күгәрһә, теш ҡаҙнаһы ҡанаһа, ауыҙҙа эренле яралар барлыҡҡа килһә, тире торошо насарайһа - С витамины; - Тире ҡороһа, һытҡылар сыҡһа, күреү һәләте насарайһа - А, Е витаминдары; - Хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, ҡул-аяҡ тартышыуы, аппетит һәм кәйеф булмауы, йоҡо боҙолоуы, тырнаҡ һәм теш торошо насарайыуы борсоһа, тимәк, D витамины етмәй. Автор фотоһы.