Сибайҙың Аҡъяр яғына сыҡҡан юлда эт хужаһын көтә. Был хәлгә битараф булмаған кешеләр социаль селтәрҙә ошо хаҡта хәбәр итә. Һарғылт йөнлө был этте "Сибай Хатикоһы" тип тә атайҙар, бик ҡыҙғаналар. Сөнки көндәр һыуынды, ә меҫкен хайуан июль айынан бирле ултыра, бер кемгә лә бармай. Хатта уны йәлләп машинаға ултыртып алып китергә теләүселәр ҙә булған. Меҫкен эт нисәмә айҙар буйы хужаһын көтә, уны аҡ машинанан төшөрөп ҡалдырыуҙарын күреүселәр ҙә булған. Эт хужаһын көтә, ә ул эткә хыянат итте, тип яҙыусылар ҙа бар. Нисек кенә булмаһын, Сибай Хатикоһының хужаһы табылыр, һәм ул тоғро дуҫын ҡайтанан алып ҡайтыр, тип ышанғы килә. Хайуандарға ла мәрхәмәтлерәк булһаҡ ине. Фото: "Сибай төркөмө" нән