Эстраданың матур һәм моңло пары Әлиә Ҡарасурина менән Ришат Төхвәтуллин өйләнеү менән күптәр уларҙан: "ҡасан бәпес артынан бараһығыҙ" тип һорай ҙа башланы. Ниһайәт, бөгөн Әлиә үҙенең социаль селтәрендә серҙе систе. Ул ауырлы икән! "Беҙ һине бик көтәбеҙ, бәләкәсебеҙ! Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Ҡайһы бер кешеләр һиҙгән булып, әллә нимәләр яҙған булһа ла, мин үҙ теләгем менән, үҙ ваҡыты менән һөйләргә булдым. Хәҙер инде йәшерәһе юҡ", тип яҙҙы Әлиә. Күптәр йәш парҙы был ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотланы, бәпестәрен иҫән-һау табып, ҡулдарына алыуҙы теләне. Ҡайһы берәүҙәр бынан ары Әлиәне концерттарҙа күрмәҫбеҙ инде тип борсолдо. Уларға Әлиә Яңы йылға тиклем генә гастролдәргә йөрөйөм дә аҙаҡ булмаясаҡмын тип хәбәр итте. Йәштәрҙе ғүмерҙәрендәге был матур ваҡиға менән ихлас ҡотлайбыҙ. Балалары иҫән-һау булып тыуһын! Фото: социаль селтәрҙәр.