Найти в Дзене

Әхмәт ағай ҡаҙаҡ һалмаһы бешергән

Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылынан Әхмәт Йыһаншиндың ҡаҙаҡ һалмаһы (бишбармаҡ) әҙерләүе хаҡындағы видеояҙмаһы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ял көндәрендә һеҙ ҙә әҙерләп ҡарағыҙ әле. Әхмәт ағайҙан рецебы: "Һарыҡ, башмаҡ йәки ҡаҙ ите, өйрәктән бешерһәң дә була.Иң тәүҙә итте бешереп алабыҙ. Ит бешкән арала, йәймәһен әҙерләп ҡуябыҙ, уның ҡамырын ябай туҡмас кеүек үк эшләйбеҙ. Артабан бешкән итте алабыҙ ҙа, һуғанды эре түңәрәктәр менән турап, иттең һөҙөк майында быҡтырып алабыҙ.Махсус йәйенке һауытҡа, иң тәүҙә һалманы түшәйбеҙ. Күптәр бишбармаҡты картуфһыҙ эшләй, беҙгә картуф менән оҡшай. Һалманың өҫтөнә һөҙөктә быҡтырылған һуғанды, уның өҫтөнә картуф һалабыҙ. Унан һуң инде иттең сираты етә, итте эре итеп турап, иң өҫкә һалып сығабыҙ. Ите мулыраҡ булһа, бишбармаҡ та тәмлерәк була. Кемдәргә оҡшай, иттең өҫтөнә туңәрәкләп туралған һуған да һалып сыға ала.Ир-ат ашарға бешергәндә, фәрештәләр ҡанатын тығып тора тиҙәр, һеҙҙә минең рецепт буйынса бишбармаҡ бешереп ғаиләгеҙҙе һыйлап ҡарағыҙ әле. Аштарығыҙ т

Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылынан Әхмәт Йыһаншиндың ҡаҙаҡ һалмаһы (бишбармаҡ) әҙерләүе хаҡындағы видеояҙмаһы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ял көндәрендә һеҙ ҙә әҙерләп ҡарағыҙ әле. Әхмәт ағайҙан рецебы: "Һарыҡ, башмаҡ йәки ҡаҙ ите, өйрәктән бешерһәң дә була.Иң тәүҙә итте бешереп алабыҙ. Ит бешкән арала, йәймәһен әҙерләп ҡуябыҙ, уның ҡамырын ябай туҡмас кеүек үк эшләйбеҙ. Артабан бешкән итте алабыҙ ҙа, һуғанды эре түңәрәктәр менән турап, иттең һөҙөк майында быҡтырып алабыҙ.Махсус йәйенке һауытҡа, иң тәүҙә һалманы түшәйбеҙ. Күптәр бишбармаҡты картуфһыҙ эшләй, беҙгә картуф менән оҡшай. Һалманың өҫтөнә һөҙөктә быҡтырылған һуғанды, уның өҫтөнә картуф һалабыҙ. Унан һуң инде иттең сираты етә, итте эре итеп турап, иң өҫкә һалып сығабыҙ. Ите мулыраҡ булһа, бишбармаҡ та тәмлерәк була. Кемдәргә оҡшай, иттең өҫтөнә туңәрәкләп туралған һуған да һалып сыға ала.Ир-ат ашарға бешергәндә, фәрештәләр ҡанатын тығып тора тиҙәр, һеҙҙә минең рецепт буйынса бишбармаҡ бешереп ғаиләгеҙҙе һыйлап ҡарағыҙ әле. Аштарығыҙ тәмле булһын". Фото һәм текст сығанағы: "Юшатыр" гәзитенән.